bash
Поликлиника тураһында
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт автономиялы һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы Өфө ҡалаһының 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы балаларға тәүге медицина-санитар ярҙамдың түбәндәге төрҙәрен күрһәтә: балалар стоматологияһы, ортодонтия, терапевтик стоматология, хирургик стоматология, рентгенология.
Ғәмәлдәр алгоритмы
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт автономиялы һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы Өфө ҡалаһының 3-сө балалар стоматология поликлиникаһында сит ил граждандарына медицина ярҙамы алыу алгоритмы
1. Тәҡдим ителгән хеҙмәттәр теҙмәһе менән танышырға;
2. Тейешле хеҙмәтте һайлап алырға;
3. Кәрәкле ваҡытты һәм көндө һайларға;
4. 3-сө балалар стоматология поликлиникаһының контакт-үҙәгенә мөрәжәғәт итергә:
E-mail: ufa.dsp3@doctprrb.ru,
Телефон: (347)246-32-14.
5. Кәрәк булған осраҡта Һеҙҙең менән 1 сәғәт эсендә поликлиника хеҙмәткәре бәйләнешкә инәсәк.
Медицина уңайлыҡтары
Поликлиника эшмәкәрлегенә балаларҙың ауыҙ эсе ҡыуышлығы, бит-яңаҡ өлкәһе сирҙәрен профилактикалау, диагностикалау, дауалау, реабитациялау инә: күҙәтеү, консультациялау, теш таҙартыу ысулдарына өйрәтеү, тештең яңаҡ өлкәһе функцияларының боҙолоуы, тештәрҙең кариесын һәм яңаҡ аномалияларын профилактикалау, тешләү аномалияларын аппаратлы һәм аппаратһыҙ дауалау, ауыҙ эсе ҡыуышлығын һәм тештәрҙе дауалау; тештәрҙе һурыу, тештәрҙе һаҡлау буйынса операциялар, ауыҙ ҡыуышлығы, ирен, тел пластикаһы.
Эш графигы
Дүшәмбе – Йома : 08-00 сәғәттән 20-00 сәғәткә тиклем.
Шәмбе: 08-00 сәғәттән 16-00 сәғәткә тиклем.